logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Кейеҙ һуғыу байрамы

Байғусҡар мәҙәниәт йортонда брендлы сара “Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы, беҙҙә кейеҙ баҫалар…” исемле брендлы сара булып үтте.

Хәйбулла районында шаҡмаҡлап һуғылған аҡлы-ҡаралы кейеҙ эшләгәндәр. Үкенескә күрә, был эштәр бөгөнгө көндә һаҡланмаған. Шуға күрә, Байғусҡар ауылы ағинәйҙәре ошо төр кейеҙ һуғыуҙын нескәлектәрен, технологияһын өйрәнеп, шаҡмаҡлы кейеҙ баҫтылар. Ен һыҙғанып эшкә тотонған ауыл унғандары Мөхәмәдйәрова Гөлнур, Дәүләтберҙина Гөлсөм, Дәүләтберҙина Рәмилә, Дәүләтбаева Рима, Акбалина Вәсилә, Акбалина Сәриә һәм Ғиләзетдинова Гөлсиәнен мөғжизәле, унған ҡулдарынан матур, тигеҙ, тығыҙ итеп баҫылған, яҡшы сифатлы кейеҙ барлыҡҡа килде. Эш унайлы, ырамлы барһын өсөн өмәселәр йырлашып та, Вәсилә Акбалинанын ҡумбыҙына бейешеп тә алдылар.

Кейеҙ баҫыу бик мәшәҡәтле, күп көс, ваҡыт талап иткән шөғөл булһа ла, һөҙөмтәһе бик ҙур.

Был кәрәкле, бөгөнгө көндә лә үҙ ҡиммәтен юғалтмаған шөғөл, артабан да үҙ урынын табыр. Ағинәйҙәр киләсәктә үҙҙәренә кейеҙҙән камзулдар, тегеп кейергә лә ниәт тоталар. Эштәре ун, ниәттәре изге булһын!