logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Буҙа байрамы”

Буҙа байрамы.

Сәт-сәт килеп буҙа һығам,

Күперәләр буҙалар.

Табын, туйҙар, һабантуйҙар

Күҙ алдымдан уҙалар.

Буҙа эсһәң, йәнгә рәхәт,

Тәнгә тарала сихәт.

Ҡомартҡылай тәрбиәңә,

Әсәкәйем, мең рәхмәт!

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты.

29 ноябрь көнө Иләс мәҙәниәт йортонда халҡыбыҙҙың милли эсемлегенә арналған “Буҙа байрамы” үткәрелде. Иләс ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарҙы

Беҙгә килгән ҡунаҡтар

Ауыҙ итә буҙанан

Һоло,арпа буҙаһы бар,

Беҙ эшләнек һолонан

Килгәс ни ҡулыбыҙҙан! – тигән һүҙҙәр әйтеп буҙа менән ҡаршыланы. Ағинәйҙәр буҙа тарихына байҡау яһаны. “Буҙа бейеүе”н бейене. Артабан һүҙ буҙа оҫталарына бирелде. Иләстән Аһылбикә Туҡбаева буҙа эшләү процессен күрһәтте.Баҡтиһәң буҙа эсеүҙең үҙ серҙәре бар икән: бер көнлөк буҙаны балаларға эсерергә була, ике тәүлек ултырғаны дауаланыу өсөн ҡулланыла икән. Артабан Яңы Ергәндән Әнисә апай Хәсәнова үҙенең буҙа эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, матур итеп йыр йырланы, килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең буҙаһы менән һыйланы. Ғәлиәхмәт буҙасылары Заһира Ишемғолова һәм Вәзимә Илбәковалар ҙа буш ҡул менән килмәгән.Улар ҙа үҙҙәренең буҙа эшләү тәжрибәһен һөйләне. З.Ишемғолова өҙә баҫып бейене. Шуныһы ҡыҙыҡлы бер үк ысул менән эшләнгән һымаҡ тойолһа ла һәр буҙасының буҙаһы үҙенә күрә бер тәм менән айырыла ине. Иләстәр буҙаның файҙаһы тураһында һөйләне,ҡунаҡтарға йыр бүләк итте. Татыр-Үҙәк,Садовый,Ғәлиәхмәт ағинәйҙәре лә буш килмәгән.Улар башҡарыуында “Йыйҙым еләк”, “Ағинәйҙәр” йырҙары, Минзифа Ибраһим ҡыҙы һәм Хәмиҙә апай Ҡунысбаева башҡарған мөнәжәттәре барыһының да күңеленә хуш килде. Байрам барыбыҙға ла оҡшаны. Ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын тигән теләктә таралыштыҡ был байрамдан.