logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Балам тиеп тибә йөрәгем”

Әсә һәм бала! Улар бер бөтөн, айырылғыһыҙ! Был бөтөнлөк, бергәлек, бер- береңә булған һөйөү йылдар үткән һайын нығына, бер- береңде бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап тояһың.

26 ноябрь Һаҡмар -Наҙарғол ауыл клубында әсәйҙәр көнөнә арналған “Балам тиеп тибә йөрәгем” тип исемләнгән бик матур байрам кисәһе үткәрелде. Сәхнәлә әсәйҙәр ҡыҙҙары менән төрлө бәйгеләрҙә көс һынашты. Байрам һәр ике конкурс һайын сәскәләй ҡыҙҙарҙан музыкаль бүләк, дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. ” Шатлыҡ ” бейеү коллективының ” Беҙ бәләкәй балалар” , ” Әсәйҙең тюфлиендә” бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Әсәйҙәр үҙҙәрен зирәклектә, отҡорлоҡта, спорт уйындарында, әкиәт геройҙары ролендә һәм ижади яҡтан һынап ҡаранылар. Байрам кисәһе, ҡыҙҙар әсәйҙәре менән башҡарыуындағы “Минең ангелым” бейеүе менән тамамланды. Залда ултырыусы әсәйҙәр был бейеүҙе тыныс ҡына ҡарай алманылар. күҙҙәренә йәштәр эркелде Бәйгелә ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.Байрам мул табын артында байрам сәйе менән тамамланды.