logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Берҙәмлек көнө”

3 ноябрь Иләс мәҙәниәт йортонда юғары синыф уҡыусылары һәм студенттар өсөн “Берҙәмлек көнө” һәм “Сәнғәт төнө” үткәрелде. Сараның тәүге өлөшөндә библиотекарь Н.И.Асҡарова “Берҙәмлек көнө”байрамының тарихына байҡау яһаны.Ул ошо датаға арналған стенд һәм китаптар күргәҙмәһе әҙерләне. Артабан З.С.Шәрипова бөтә республикала “Сәнғәт төнө” үткәрелеүе тураһында әйтеп үтте. Ул әҙерләгән “Һин сәнғәтте беләһеңме?” викторинаһында барыһы ла актив ҡатнашты. Был өлкәлә үҙҙәренең төплө белемле булыуы менән Сибай педколледжы студенты Алһыу Ҡөлөмбәтова, Өфө йылға колледжы студенты Бәхтиәр Юлдашбаев айырылып торҙо. Кисәлә З.С.Шәрипова “Донъя халыҡтары уйындары” менән таныштырҙы. Бер нисәүһен: литва халыҡ уйыны “Квинта”, таджик уйыны “Сафед-чубак”, төркмән халыҡ уйыны “Аҡһаҡ тауыҡ” кеүек уйындарҙы уйнап ҡаранылар. Уйындар бик күңелле килеп сыҡты. Кисә йәштәр һәм уҡыусылар өсөн байрам дискотекаһы менән тамамланды.