logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

,,Ура каникул”

Бала булып булмай, тик бала саҡ —

Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;

Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,

Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.

Һин донъяны яҡын күргең килһә,

Бала күҙе менән баҡ уға:

Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,

Иҫең китерлек бит донъяға!

Шау-гөр килеп торған мәктәптәр тынды, балаларҙың каникулдары башланды. ,,Ура каникул” ошо һүҙҙәр менән башланып китте сираттағы балалар өсөн байрам сарабыҙ.

29-сы октябрь көнө уҡыусылар өсөн викторина – дискотека үткәрелде. Уҡыусыларға матур, файҙалы ял итеүҙәрен теләне мәҙәниәт йорто директоры Ултракова Л.Ф. һәм художество етәксеһе Бикбова Л.Г. Балалар төрлө һорауҙарға яуап биргәс,дискотека үткәрелде. Иштанов Айназ, Ултраков Юламан, Моталов Әмир, Искужин Ильнар,Дансыкбаева Эльнара,Гилажева Гөлнәфис,Илембетова Гүзәлиә,Кадаева Нүрзилә, Камилла, Бикбова Уралия, Гәлсәр, Әлиә, Бәхтиәр, Иштанова Азалия дәртле заманса һәм тап үҙҙебеҙсә башҡортса матур итеп бейеүҙәре күңелгә хуш килде.