logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Рәхмәт һүҙҙәребеҙ һеҙгә”

5 октябрь уҡытыусылар көнөнә арналған “Рәхмәт һүҙҙәребеҙ һеҙгә” исемле сара булып үтте. Һиндәлер ул,йөрәктәрҙең иң олоһо, һиндәлер ул йөрәктәрҙең иң йылыһы, һәр көн һиңә нисә бала ҡарап тора, улар һине әсәһендәй яҡын күрә тигән матур һүҙҙәр менән башланып киткән был матур байрамға уҡытыусылар һәм әлеге көндә хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусылар саҡырылды.

Ағинәйҙәр клубы башҡарыуында “Уҡытыусыма” йыры байрам бүләге булып яңғыраны. Шулай уҡ ағинәйҙәр башҡарыуында “Селтәр” уҡыусы малайҙар башҡарған “Егеттәр,” бейеүе, Билалова Зөлфирәнең “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе, Султангужина Хәлиҙә һәм Сынбулатов Таһир башҡарған йыр барыһыныңда күңеленә хуш килде.