logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Һин бит ул- уҡытыусым”

Байғусҡар мәҙәниәт йортонда “Һин бит ул- уҡытыусым”- тип исемләнгән байрам сараһы билдәләп үтелде .Был байрамда абруйлы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән, Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы, Минниса Рамазан ҡыҙы, Рима Әҙһәм ҡыҙы, Мәргизә Нәжип ҡыҙы, Ләлә Шәйхислам ҡыҙы, Илгизә Хәмит ҡыҙы, Вәсилә Әхәт ҡыҙы ҡатнаштылар. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре байрам менән ҡотлап үткәндән һуң матур һый табынына саҡырылдылар. Бер-береһе менән аралашыу, күрешеү, еҙ самауыр артында күңелле әңгәмәләшеү, үҙе бер ғүмер түгел мени? Эшләгән йылдарын хәтергә алып,матур йырҙар йырлашып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, рәхмәттәр әйтеп, киләһе йыл тағы ла иҫән-һау күрешергә яҙһын-тигән теләктә таралыштылар.