logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Ғүмерҙең алтын көҙө”

1 октябрь Иләс мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған “Ғүмерҙең алтын көҙө” тип аталған байрам кисәһе булып үтте. Клубта 40 оло быуын кешеһе йыйылды. Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө; уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.-тигән һүҙҙәр менән башланып кисә. Ололарҙы үҙҙәренең “Башҡорт полькаһы”, “Чарльстон”, “Сәскәләр бейеүе” һ.б бейеүҙәре менән балалар ҡотланы. Ҡунаҡтар шулай уҡ Ф. Аллабирҙина, З. Шәрипова башҡарған йырҙарҙы йылы ҡабул итте. Ҡатын-ҡыҙҙар совете, Ағинәйҙәр ололарҙы байрам сәйе менән һыйланы. Ололар байрамдан бик ҡәнәғәт таралды.