logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы”

1 октябрь Һаҡмар- Наҙарғол ауыл клубында ололар көнөнә арналған “Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы” байрам кисәһе ойошторолды. Байрам матур шығыр юлдары менән башланып китте. Ветерандар советы рәйесе Р.Сәйфуллина, ауыл депутаты З.Шәрипов ололарҙы байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙеләр. Башланғыс синыф уҡыусылары әҙерләгән концерт барыһына ла оҡшаны. Бигерәктә Сәриә Фәйзуллинаның моңло йыры, “Шатлыҡ”  бейеү коллективының “Барбарики”, ” Сәскәләр” бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде.

Байрамдың икенсе өлөшөндә төрлө номинацияларҙа “Ветеран ихатаһы” конкурсына йомғаҡ яһалды, юбилярҙарҙы ҡотлап иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Өлгөлө ғаилө” номинацияһында – Дәүләткилдиндар ғаиләһе, “Көслө хужалыҡ” номинацияһында- Яратҡоловтар ғаиләһе, “Матур ихата” номинацияһында- Юнысова Вәғиҙә инәй билдәләнде. Байрам мул табында байрам сәйе менән тамамланды.