logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Ололар күңеле – көҙ сыуағы”

Ғәлиәхмәттә “Ололар күңеле – көҙ сыуағы” тип исемләнгән, ололар көнөнә арналған сара үткәрелде. Байрамға килгән оло йәштәге инәй, олатайҙарға Аҡъюл ауыл хакимиәте башлығы Б.И.Илбәков, ветерандар советы рәйесе Х.У.Абдуллин, мәктәп директоры И.Р.Ҡаҙаҡбаев ҡотлау һүҙҙәрен әйтте. Башланғыс синыф уҡыусылары олатай – өләсәйҙәренә арнап шиғырҙар һөйләне, байрам менән ҡотлап йырҙар бүләк итте. Мәктәптә эшләүселәр бешергән тәм – том менән сәй эсеп, күңел асыу, изге теләктәр, матур һүҙҙәр ишетеүҙән өлкән йәштәгеләрҙең күңелдәре күтәрелде, бер – береһен күреп – күрешеп аралашып, ҡыуанып ҡайттылар.