logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ололар көнө

29 сентябрь Мәмбәт урта мәктәбендә, мәктәп һәм клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, Ололар көнөнә арналған матур сара булып үтте. Ошо бөгөнгө кисәнең ҡунаҡтары ғүмере буйына халҡына ,милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәттән ләззәт, ҡыуаныс табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуҙа тос өлөш индереүсе замандаштарыбыҙ, һеҙҙе бөгөн алтын көҙҙөң, матур көнөндә һау-сәләмәт күреүебеҙгә шатбыҙ. Кисә ошондай йылы, фәһемле һүҙҙәр менән башланып китте.

Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт ололар өсөн ҙур бүләк булды. Саламтова Алтынайҙың йыры, 7се класс егеттәренең “Ҡайҙа һеҙ башҡорт егеттәре” йыры, парлы бейеү, 5-се класс уҡыусыларының сценкаһы, байрамға йәм өҫтәне. Сара мул һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Ямгурава Камила апай ҡорбан ашы ашатып ололарҙы ҡыуандырҙы. Ҡунаҡтарға 9-сы класс егеттәре Каипов Айсыуаҡ менән Миндияров Рамаҙандың ҡурайҙа уйнауҙары, ололар күңеленә дәрт өҫтәне. Улар йырлап-бейеп, ихлас күңел асып, бик ҡәнәғәт булып ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп, тормошобыҙҙа йырлы-моңло осрашыуҙар булып тороуын теләп таралыштылар.