logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

,,Эскелек- хурлыҡ, айыҡлыҡ- ҙурлыҡ,,

11 сентябрь Мәҙәниәт йортонда, китапхана мөдире менән берлектә, айыҡлыҡ көнөнә ҡарата ,,Эскелек- хурлыҡ, айыҡлыҡ- ҙурлыҡ,, исемле сара үткәрелде. Ололарҙың, йәштәрҙең генә түгел, балаларҙың да иҫерткес эсемлектәр ҡолона әйләнеүе борсоулы уйҙарға һала.Теге йәки был төбәктә араҡынан ағыуланып үлеүселәр тураһында ла әленән-әле хәбәр итәләр. Ә иҫерек килеш ҡылған енәйәттәр , фәжиғәләр күпме …. ,,Араҡы яратҡан- аҡылын һатҡан,, -тигән халҡым. Йолаларыбыҙ, ғөрөф – ғәҙәттәребеҙҙең береһе лә эскелек менән бәйле булмаған. Эскелек ҙур-ҙур аҙымдар менән таралһа ла, бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, йәштәр спорт менән шөғөлләнә, белем алырға ынтыла, дингә , иманға тартыла. Сарала ағинәйҙәр , уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты. Ағинәйҙәр үҙ сиратында мөнәжәттәр әйттеләр. Араҡының ни тиклем ҡурҡыныс сир икәнен һөйләп үттеләр.Уҡыусылырға тырышып уҡыуҙарын, илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫеүҙәрен теләнеләр.