logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Эскелек хурлыҡ-айыҡлыҡ ҙурлыҡ”

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Бөтә донья айыклык көнөнә арналған “Эскелек хурлыҡ-айыҡлыҡ ҙурлыҡ”- тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үткәрелде. «Араҡы яратҡан – аҡылын таратҡан», – тигән халҡыбыҙ. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең береһе лә эскелек менән бәйле булмаған. Бәйгеләр, һабантуйҙар ваҡытында ла рухи яҡтан бай халҡыбыҙ хәмер эсмәгән. Ата-балаларыбыҙ миҫалында, – тәмәке тартыу, араҡы, һыра һәм башҡа спиртлы эсемлектәр эсеү кеүек насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торһаҡ ине.

Эскелек ҙур-ҙур аҙымдар менән таралһа ла, бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, йәштәребеҙ спорт менән шөғөлләнә, белем алырға ынтыла. Алкоголизмға илтеүсе сәбәптәрҙән көслө булып, күберәк хәрәкәт итеп, яҡын кешеләребеҙ менән тормоштоң ғәҙәти ҡыуаныстарын кисереп йәшәргә яҙһын-тип теләне ауылыбыҙ ағинәйе,сәсәниә Фәниә Арсланова . Шулай уҡ сарала полиция капитаны Шарипов Р.А, ауыл Хәкимиәте башлығы Сурина М.Ф.,ауыл фельдшеры Искужина Т.А. ҡатнаштылар