logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Теләк теләү”

Йома – Ғәйет байрамынан да олораҡ көн. Был көндө ҡауышҡандар бәхетле була. Элек уны бик ололап үткәргәндәр. Бер – береһенә сәйгә йөрөгәндәр, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар. Ултыра самауырым көйләй – көйләй үҙ көйөн. Һүнмәй самауыр. Эсәбеҙ тәмле йома сәйен! Иҫкә төшә тыуған яҡ, әсәй, бала саҡ, атай. Ауылдаштар. Эсәйек саҡырышып йома сәйен!

Изге йома көнөндә 1- се Мырҙа ауылы ағинәйҙәре йолаһын тотҡан-хур булмаҫ тип “Теләк теләү” йолаһына йыйылды. Үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙға ниндәй генә теләктә теләмәйбеҙ -юлға сығамы, бәпәй көтәме, яңы эшкә урынлашамы, йорт һаламы, тыуған көндәреме, ғүмер байрамдарымы…

Һәр көнөбөҙ – “Хәйерле көн!” тип башланһа,”Тыныс йоко!” тамамлайбыҙ. Теләкте белеп теләргә ҡушылған. Теләктәр изге булһын, хәйерле булһын тип теләргә кәрәк. Халыҡта “Тели белһәң теләк-белмәһәң-имгәк, ”Бәхете менән килһен, ваҡыты менән китһен” тигән әйтемдәр ҙә бар. Бөгөнгө сарабыҙ Сания киленден йортонда уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Ул ғаиләһе менән яңы нигеҙгә күсте. Йома сәйен эсеп, йырлап-бейеп, күңелле ял итеп, ошо нигеҙҙә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер итергә яҙһын- тип һәр беребеҙ изге теләктәр теләп таралыштыҡ.