logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Ураҙа ғәйете”

Ураҙа байрамын Вәзәм ауыл халҡы ихлас ҡабул итте. Ураҙа тотҡандар ҙа бихисап арыу ғына булды. Йылдын йыл уларҙың рәте артҡандан арта, был бик һөйөндөрөслө хәл. Өй һайын тиерлек “Ауыҙ астырҙы”, үҙҙәренә һауап алдылар. Изге Рамаҙан айында теләгән Һәр кем хәленән килгәнсә мохтаждарға ярҙам итте, хәйер-саҙаҡа өләште. “Ураҙа ғәйете” барлыҡ мосолмандаҙың көтөп алған оло байрамы, беҙ ҙә әүҙем, ихлас ҡаршыланыҡ был байрамды.

Ауылда әлегә мәсетебеҙ төҙөлөп бөтмәгән, әммә ауыл “Ғәйет байрамына” ихлас әҙерләнде. Был байрамды бигрәк тә балалар көтөп алалыр. Улар күршеләрен, туғандарын байрам менән ҡотлап, изге теләктәр теләп, “Байрамсыларға” йөрөй, һәр йортта өлкәндәр хәйер итеп тәмлекәстәр таратып, балаларға теләктәр әйтеп ҡала. Байрам көндө диндарҙар бер-береһен ҡотлап ғәйет сәйенә йөрөйҙәр. Ә беҙ был матур байрамды икенсе йыл инде, ҙурлап ауыл менән берлектә үткәрәбеҙ. Ауыл өс өлөшкә бүленеп “Ғәйет сәйенең” өс көнөндә бер-беребеҙгә урамда сәй өҫтәленә йыйылабыҙ. Күмәкләһәң күңелле, берҙәм була бит. Урамда борлап ҡайнап ултырған самауыр янында йәше лә ҡарты ла ауылдаштарҙың тәмле ризыҡтарынан ауыҙ итеп рәхмәттәр әйтеп китеп тора, урынына башҡалар килеп ултыра, ошолай бөтә ауыл “Ғәйет сәйенән” ауыҙ итә.

Аллаға шөкөр, Вәзәмдәр һәр эштә лә алда, берҙәм. Теләктәребеҙ ҙә уйыбыҙ ҙа, табыныбыҙ ҙа бергә. Изге байрамдарыбыҙ бәрәкәт, һаулыҡ, шатлыҡтар ғына килтерһен ауылдаштарыбыҙға. Киләһе Рамаҙан айына тағыла яҡшы яҡҡа үҙгәреп, имандарыбыҙҙы ҡеүәтләп ҡаршыларға насип булһын.