logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

«Тәбиғәт. Мираҫ. Беҙ.»

16 июнь Маҡан ауылы биләмәһенең Мәмбәт бүлексәһендә экология йылына арналған «Тәбиғәт. Мираҫ. Беҙ.» проекты сиктәрендә Аҡъюл ауылы биләмәһе балалары менән осрашыу булып үтте.

Был сараны үткәрерҙән алда, әлбиттә, ағинәйҙәр һәм балалар өмәгә сыҡтылар. Йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙарттылар, байрам үтәсәк урынды тәртипкә килтерҙеләр. Бөгөнгө көндә йолаларыбыҙҙы киләсәк быуынға еткереүҙә беҙҙең ролебеҙ ҙур. Бала тыуғандан алып үҫкәнгә ҡәҙәр халыҡ ижадының ынйыларын күңеленә йыя бара. Йоҡлағанда бишек көйө,әкиәттәр һөйләү, уйнағанда, һамаҡтар, тиҙәйткестәр баланың зиһенен арттыра, милләтенә, изге төйәгенә хөрмәт, ихтирам тойғоһо тәрбиәләй. Был сараға, ямғыр яуып үтеүгә ҡамаҫтан, халыҡ күп йыйылды. Алып барыусылар Нураева Ф. М. һәм Каипова Н. Ш. килгән ҡунаҡтаҙы йылғы йот йылында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә асылған таҡтаташ эргәһендә ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Атабан экскурсовод, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Шакирова З.И. Мәмбәт ауылының иҫтәлекле урындары Мәмбәт мәсете, Стапан күле, сейәгә бай Айғыртау, Сапук утрауы менән таныштырҙы.

Балалар, килгән ҡунаҡтар Мәмбәт ауылы тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланылар,төрлө һорауҙар бирҙеләр. Артабан һүҙ Ағинәйҙәргә бирелде. Башҡорт халыҡ йолалары-быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килеүсе ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат. Шул иҫәптән ата-бабалар аҡылы, ағинәйҙәрҙең фәһемле кәңәштәре, азатлыҡҡа, тигеҙлеккә өндәүе беҙгә һәр саҡ маяҡ булып яҡтыртып киләсәккә өндәй. Мәмбәт ағинәйҙәре “Май бешеү”йолаһын күрһәттеләр, уның ни тиклем ауыр, яуаплы эш икәнен һәм майҙың файҙаһы тураһында һөйләнеләр. Маҡан ағинәйҙәре элек халыҡ ҡул менән нисек бесән сабыуҙарын сәхнәләштерҙеләр. Сәғит ағинәйҙәре “Киленде һыу юлына алып барыу” йолаһын күрһәттеләр. Балалар менән бергәләп халҡыбыҙҙың онотолоп барған «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Әбәк-көбәк», «Буяҡ һатыу» кеүек тәбиғәткә бәйле был уйындар барыһына ла оҡшаны. Байрам аш табыны менән тамамланды.