logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Бөгөн Хәйбулла районы М. Ҡаҙаҡбаев менән хушлашты.

6 июнь көнө Хәйбулла районы Һаҡмар – Наҙарғол ауылында йәшәүсе йырсы, сәсән, йыраусы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәдйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың 93 –с ө йәшендә вафат булып ҡалды. Уның исеме башҡорт музыкаль фольклорына битараф булмаған замандаштарыбыҙға яҡшы таныш.

Ул 1989 йылда үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә халыҡ йырсылары бәйгеһендә 1 –се урынды, 1991 йылда «Башҡорт халыҡ йыры – 91» Республика радио бәйгеһендә Гран – приға лайыҡ булды. 1990 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә ҡатнашып 1-се дәрәжә Дипломы менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда Республика башҡорт халыҡ ижады «Йыйын» байрамында актив ҡатнашҡаны өсөн «Почет грамотаһы» менән бүләкләнә.

Боронғо башҡорт фольклорын һәм сәнғәтен үҫтереүсе һәм һаҡлаусы булараҡ күп төрлө Почет грамоталары бирелгән.

Ғөмүмән, Республика халыҡ сәнғәте байрамдарында Мөхәмәдйән Ҡаҙаҡбаев йыраусы һәм сәсән булып киң танылыу яуланы. Уның башҡарыу сәнғәте халыҡ – ара кимәлдә өйрәнелә. Ул башҡорт халҡының йыр классикаһын яҡшы белеүе һәм башҡарыуы менән бергә Һаҡмарҙың түбәнге ағымы мөхитендә йәшәгән үҫәргәндәр ижад иткән рухи хазиналарҙы һәм шулай уҡ ҡанбабалар тәрбиәһе традицияларын һаҡлаусы ла. «Мәғри», «Силәбе», «Ғәзизәкәй», «Сәхипьямал», «Ҡаһарман кантон», «Ирмәк», «Ынйыу», «Вәхит», «Шафиҡ», «Кәмәлек», «Мәҙинәкәй», «Һыр» йырҙары, «Наполеон Бонапарт», «Муса Мортазин» кеүек уникаль марштар, бихисап мөнәжәттәр, боронғо китаптарҙы үҙ көйө менән көйләп уҡыу, Аҡмулла, Бабич, Туҡай әҫәрҙәрен улар йәшәгән дәүерҙәгесә, йәнле рәүештә башҡарыу өлгөләре беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән беҙ Мөхәмәдйән ағайға бурыслыбыҙ. Ул халыҡтың иң боронғо, һирәк осраған йырҙарын күңелендә һаҡлаған киң билдәле йыраусы.

1998 йылда Япониянан башҡорттоң оҙон көйөн фәнни өйрәтеү өсөн

профессор Танимото килә. Мөхәмәдйән ағайҙы тыңлағас ул: «Бөгөн минең иң бәхетле көнөмдең береһе», – тип күҙҙәренә йәш ала һәм 2000 йылда үткәреләсәк Бөтә донъя йыр фестиваленә саҡырыу бирә.

110 илдән килгән фольклор төркөмдәренең 10 – ы ғына Гала концертҡа тороп ҡала. Араһында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Ярты быуат элек ҡулына ҡорал алып Алыҫ Көнсығышта япон самурайҙарына ҡаршы сыҡҡан, илебеҙҙең азатлығын ҡурсалаған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, йыраусы һәм сәсән Мөхәмәдйән ағай хәҙерге Япондарҙы дуҫ итеп белде. «Йырҙың сиге юҡ, ул ҡитғаларҙы яҡынайта, дуҫлаштыра», – ти ине ул. Мөхәмәдйән ағай ваҡытлы матбуғатты, башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡып барҙы. Күңеленә оҡшаған әсәрҙәрҙе хәтеренә беркетеп ҡуҙы,тормошта тап килгән урында яттан һөйләү уға бер ни торманы. 18-се быуатта йәшәгән француз философы Ларошфуко: «Берәү ҙә аҡылым юҡ, тимәй, хәтерем юҡ, ти», – тип әйткән. Ысынлап та, зирәк хәтер – зирәк аҡылда ғына булалыр ул. Мөхәмәдйән ағайҙың зирәк хәтерендә һаҡланмаһа, күпме хазиналарыбыҙ юғалған булыр ине.Ҡомартҡы йырҙарың менән бергә исемең дә мәңге халыҡ күңелендә ҡалыр, ил ағаһы! Ауыр тупрағың еңел булһын, Ер һәм йыр улы.