logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Беҙ – баласаҡ иленән!”

1 июнь – Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо байрам арҡалы, Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йорто янында балалар өсөн күңелле байрам сараһы ойошторолдо. Балалар өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү бәйгеһе, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән бүләк- “Беҙ – баласаҡ иленән!” тип исемләнгән концерт программаһы бөтә балалр күңеленә лә хуш килде. Юламанов Байназар, Аҡъюлова Линара, Ултраҡов Арслан һәм Йылҡыбаев Инсафтың дәртле йырҙары, “Йондоҙ” ҡыҙҙар бейеү ансамбленең сығышы, тыуған илебеҙ – Башҡортостан, тыуған яҡ, мәктәп тураһында әҙәби – музыкаль композиция менән сығыш яһау тамашаны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Каникул, йәмле йәй күңелле, файҙалы үтһен, онотолмаҫ, матур ваҡиғаларға бай булһын, һау -сәләмәт булып үҫегеҙ, күңелле ял итегеҙ, балалар тигән теләктәр менән байрам тамамланды.