logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Балалар һабантуйы

Иртә менән Иләс мәҙәниәт йортонда күңелле музыка яңғырай,балаларҙы байрамға саҡыра.Балалар ҙа оҙаҡ көттөрмәй килеп еттеләр.Уларҙы Зилә Сабир ҡыҙы һәм Нәжиә Имамбай ҡыҙы сәләмләй,байрам менән ҡотлай. Балалар һабантуйы балаларҙың түңәрәктә бейеүе менән дауам итә.

Ҡалаҡта йомортҡа менән йүгереү бик сәмле барҙы. Бәләкәстәр ҙә апай-ағайҙарынан ҡалышманы. Артабан тоҡ кейеп йүгереү, мендәр менән һуғыш,һыулы биҙрә менән ярыш,күҙ бәйләп “көршәк” ватыу, “ат” сабышы кеүек ярыштарҙа балалар актив ҡатнашты. Бикбова Айгизә, АсҡароваНәзилә, Ҡырымғужин Айгиз, Юлдашбаев Бәхтиәр, Шәрипова Азалия,Туҡбаева Мәҙинәләр етеҙлектә һәм мәргәнлектә алдынғылыҡты бирмәнеләр. Әлбиттә, бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Байрам асфальтта һүрәт төшөрөү менән тамамланды.