logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Оҙон көй – 2017

Әбеш ауылында йылда үткәрелеп килгән “Оҙон көй” район бәйгеһе үтте. Унда Аҡъяр, Йәнтеш, Яны Ергән, Маҡан, Ивановка, Үрнәк, Әбеш, Әбүбәкер ауылдарынан халыҡ йырын ихтирам, хөрмәт иткән, бөтә нескәлектәре менән оҫта башҡарған һәүәҫкәр йырсылар, башҡарыусылар ҡатнашты. Бәйгене башлап, ауылдын абруйлы аҡһаҡалы Дамир ағай Исмәғилов доға уҡып, үҙенен фатихаһын биреп, барлыҡ бәйгеселәргә лә тел асҡыстары теләне. Әбеш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы бәйгеселәрҙе сәләмләм, һәр береһенә лә унышлы сығыш теләне.

Быйылғы бәйге башҡа йылдағыларҙан айырмалы, өс өлөштән торҙо. Беренсе өлөшөндә Республика йыр, ҡурай, сәсәндәр бәйгеләре лауреаты Илдар Юнусов оҙон көйҙәр, халыҡ йырҙарын йырлап күрһәтеп, эстәлектәре менән таныштырып, мөнәжәттәр көйләп мастер-класс үткәрҙе.

Сараның икенсе өлөшөндә һәр ҡатнашыусы, микрофонһыҙ, музыка ҡоралдарын ҡушмайынса икешәр йыр башҡарҙы. Бәйгеселәр ныҡлы әҙерлек менән килгән, яны йырҙар өйрәнгәндәр. Әйтергә кәрәк, быйылғы йылда ҡатнашыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда әҙерәк, шулай булыуға ҡарамаҫтан, сифаты яғынан юғары кимәлдә үтте. Ивановка ауылынан Азаматова Бикәнен “Зөлхизә” йыры, Йәнтеш ауылынан Арыҫланов Радиктын ҡасандыр Моталов Шәһивәли йырлаған боронғо ҡомартҡы йырҙы әһәнле башҡарыуы, Аҡъяр ауылынан Тәнзилә Ҡыҙрасованын үҙенсәлекле башҡарылған төбәк йыры “Зиләйлүк”, Маҡан ауылынан Ҡарабаев Шафиҡтын “Ильяс” йыры барыһын да һоҡландырҙы.

Сараның өсөнсө өлөшөндә “түнәрәк өҫтәл” ойошторолоп, һәр баһалама ағзаһы бәйгеселәрҙен һәр береһенә айырым туҡтап, үҙҙәренен фекерҙәрен, кәнәштәрен бирҙе. Йәнле, фәһемле, кәрәкле аралашыуҙа һәр кем үҙенен фекерен, һүҙен әйтеп, “Оҙон көй” бәйгеһенен кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бәйге йомғаҡтары буйынса:

Гран-при – Карабаев Шафиҡ (Маҡан ауылы),

1 урын – Арыҫланов Радик (Йәнтеш ауылы), Исмәғилов Дамир (Әбеш ауылы),

2 урын – Ултракова Әлфиҙә (Әбүбәкер ауылы), Ҡыҙрасова Вәлимә (Әбеш ауылы), Азаматова Бикә (Ивановка ауылы),

3 урын – Ҡыҙрасова Тәнзилә (Аҡъяр ауылы), Мингазова Фәниә (Ивановка ауылы), Хәсәнова Әнисә (Яны Ергән ауылы).

“Өмөт” номинацияһы – Ибраһимов Фәнзил (Әбеш ауылы)

“Халыҡ ижадына һөйөү” номинацияһы – Кускильдина Фәрҙиә (Әбеш ауылы)

“Ижади үҙенсәлек” номинацияһы – Ишемғолова Рәүилә (Үрнәк ауылы)