logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Экологик өмә

Башҡортостан хөкүмәте бойороғо буйынса 8 апрельдән 13 майға тиклем экологик өмәләр уҙғарыла. 1 – се Мырҙа ауыл халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы. Ауыл халҡы бергәләп экологик өмәгә сыҡты.

“Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер” – ти халыҡ мәҡәле. Беҙ ҙә шишмә-ҡоҙоҡтарҙы тергеҙеү ниәтендә, ауылыбыҙҙың йәме булған “Башҡоҙоҡто”ң тирә яғындағы сүп-сарҙы йыйып, таҙалап куйзык.