logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Көлгәнгә-көлкө

Мәмбәт мәҙәниәт йортонда,1 апрель көнө, халҡыбыҙҙың ауыҙ – тел ижадын үҫтереүгә арналған, “Көлгәнгә-көлкө” исемле бик ҡыҙыҡлы сара булып үтте. Был сара халҡыбыҙҙың телен ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын хөрмәтләп, шулай уҡ балаларыбыҙҙа тыуған телебеҙ гә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Был сара өс өлөштән торҙо: 1.Уҡыусылар тарафынан йәрминкә. 2.Командалар ярышы. 3.Тамашасылар менән уйындар.

Бәйгелә өс команда ҡатнашты. Сәғит ауылынан “Бишбармаҡ”, Мәмбәт ауылынан “Шаян” тамсылар”, Ләйсән балалар баҡсаһынан “Эшләпә” командалары сәхнәгә саҡырылды.

Бөтә командаларҙа бик әүҙем ҡанаштылар.Шулайҙа бәйгелә һәр ваҡыттала еңеүсе һәм еңелеүсе була. Жюриҙәргә еңеүселәрҙе бидәләүе еңелдән булманы. Бәйгеселәр араһында буйынса “Бишбармаҡ” 1-се урынды алһа, таҡмаҡ йырлау буйынса “Эшләпә” командаһы адынғыларҙан һаналды. Ә шулайҙа Гран-при наменацияһына “Шаян тамсылар” командаһы лайыҡлы тип һаналды. Бәйгелә ҡатнашыусылар барыһыла иҫтәлекле бүләктәр Грамота менән бүләкләнде. Байрам бик күңелле үтте.