logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Науруз

22 март Һаҡмар – Наҙарғол ауыл клубы урамында “Науруз” байрамы үткәрелде. Байрам ҡыҙҙарҙың “Науруз” байрамына арналған шиғырҙары менән башланып китте.

Төрлө уйындар, йыр – бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Байрамдың биҙәге, йәме Наурузбикә менән йомаҡтар систеләр, яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр. Ә “Яҙ Йырҙары” конкурсында Рәшиҙә Сәйфуллинаға етеүсе булманы.

Шиғырҙар конкурсында Филюзә Акьюлова яҙ тураһында иң матур шығыр һөйләп ишеттерҙе. Т

өрлө уйындарҙа (“Йәшерәм яулыҡ”, Күмер йөҙөк”, “Сылбыр”,”Бүләк ал”) актив ҡатнаштылар. Ололар ҙа, балалар ҙа байрам бүләге алып ҡыуандылар. Борлап ултырған самауыр янында сәй эсеү менән байрам тамамланды.