logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Күңелдә яҙ һулышы

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы һәүәҫкәрҙәре 16 март Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда, 17 март Ҙур-Арыҫланғол ауыл клубында “Күңелдә яҙ һулышы” концерт программаһы сығыш яһаны. “Ләйсән” бейеү коллективы “Еләкселәр”, ” Һиндостан ҡыҙҙары”, “Дуҫлыҡ” бейеүҙәрен, Гөлиә Шәрипованың “Йәрминкә”, Рима Юнысованың “Өҙә баҫайым әле”, Наҙгөл Юнысованың “Дарьяна” бейеүҙәрен тамашасылар йылы ҡабул иттеләр.

Райхана Шарипова “Йәшлегем турғайы”, “Иҙел буйы ҡайындары”, Рәшиҙә Сәйфуллина “Уфтанма”. “Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек”, “Миләш” вокал төркөмө “Ҡатын-ҡыҙ бәхете”, “Тыуған яғым гөлдәр иле” йырҙарын башҡарҙылар” Әбей хеҙмәт итә”, ” Иң матуры мин” интермедияларын ҡарап көлөп алдылар.

Концертты “Гөлдәр иле” хоры менән йомғаҡлап ҡуйҙыҡ. Беҙҙең сығыштарыбыҙ барыһына ла оҡшаны. Ғәлиәхмәт һәм Сик ауылдары тамашасыларына, клуб мөдирҙәре Рәйлә Әхмәт ҡыҙына, Әлфирә Ғиниәт ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яуап концерты менән көтөп ҡалабыҙ.