logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тыуған илем алтын бишек

15 март Вәзәм ауылы һәүәҫкәрәҙре Әбеш ауылы халҡына “Тыуған илем алтын бишек” исемле концерт менән барып матур сығыш яһап ҡайттыҡ. Ағинәйҙәр “Әссәләмәғәләйкүм” “Наҙбикә” фальклор төркөмө “Таҡмаҡтар”, “Шәл бейеүе”, “Ынйы” вокал коллективы “Моңдар ҡайтһын ауылға”, “Йәшәргә лә әле йәшәргә”, “Килегеҙ беҙҙең яҡҡа” йырҙарын, “Мәрйен” бейеү коллектитвы “Батмус” бейеүен, Сурина Фәнүзә “Ике аҡҡош”, Хунафина Рәхилә “Туғандар”, Мухамедъярова Гөлирә “Ташлама”, Кырғыҙбаева Айгөл “Тәүге мөхәббәт”, трио “Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары” йрҙарын башҡарҙы.

Ә балаларҙың “Гөлнәзирә”бейеү коллективы “Дәртле йәшлек”, “Ҡолонсаҡ”бейеү коллективы “Бергәләп бейейек”, “Күләгә”, Айгүзәл Галеева “Мари бейеүе”н, Ғәлиә һәм Ирәндек Суриндарҙың “Дуҫлыҡ”, “Замана байығы” бейеүҙәре күрһәтелде.

Алып барыусы Сурина Фәнүзәнең матур шиғырҙар уҡыуы барыһына ла хуш килде. Концертты йомғаҡлап “Башҡортостан – тыуған илкәйем” хоры менән тамамлап ҡуйҙыҡ.

Коцертты Әбеш халҡы бик ихлас ҡараны, һәр сығышты алҡыштарға күмде. Әбеш мәҙәниәт йорто етәксеһе Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы рәхмәттәр әйтеп яуаплы концерт менән киләсәктәрен әйтте.