logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ауылымдың урамын ҡабат – ҡабат ураным

Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда “Ауылымдың урамын ҡабат – ҡабат ураным” тип исемләнгән урамдар байрамы – концерт ойошторолдо. Өс урамға бүленгән ауыл халҡы был көндә ысын күңелдән йырлап – бейеп күңел асты.

Сәхнәлә 58 һәүәҫкәр әртис 52 концерт номеры менән сығыш яһаһа, 168 урынлыҡ тамаша залында тамашасыларға ултырырға урын етмәй ине. Һәр урам бай йөкмәткеле, үҙенсәлекле сығышы менән тыуған төйәккә, тәбиғәткә дан йырланы. Вокал – инструменталь ансамблдең сығышы, башҡорт, рус, һинд, мари бейеүҙәре менән шаян, дәртле сығыштары, гармун, баянда өҙҙөрөп уйнауҙары, ауыл тормошонан алынған көләмәстәрҙе тамашасы ихлас алҡыштарға күмде. Һәр урамдың һәүәҫкәр әртистәренә бирелгән тәмле приздар менән сәй табыны ойошторолдо.

Был тамашаны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ауыл халҡы күберәк сәхнәгә күтәрелһен, таланттарын халыҡҡа еткерһен. Афариндар, ауылдаштар!!!