logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Эх, күңелле бала саҡ!

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда 9 февраль, тағы ла балалар өсөн “Эх, күңелле бала саҡ!” тип исемләнгән сара үткәрәләр. Төрлө-төрлө уйындарҙа, ҡыҙыҡлы һорауҙарға балалар ярыша-ярыша, сәмләнеп яуап бирҙеләр. Уйын аҙағынан балаларҙың һорауҙары буйынса дискотека ойошторолдо. Һуңынан тиҙ генә ҡайтырға ашыҡманылар, тағы ла мәҙәниәт йортона килеп, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.