logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тылсымлы кино донъяһы

Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда “Тылсымлы кино донъяһы” тип исемләнгән сара үткәрелде. 2016 – Кино йылына ҡарата ойошторолған был сараға оҙаҡ йылдар кино селтәрендә намыҫлы эшләгән Зифа апай Акилова һәм Даян Тулубаев саҡырылды. Осрашыуға килгән уҡыусыларға улар үҙҙәренең киномеханик булып эшләгән ваҡыттары, был профессия тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләнеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Уҡыусылар “Кино донъяһы” – викторина һорауҙарына яуап табып, кино төшөрөү өсөн күпме кешенең хеҙмәте кәрәк һәм улар һәр береһе нимәләр эшләй, кем тип аталыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар.

Балалар үҙҙәре актер, режиссер булып та ҡаранылар. Пантомима, тауышты таныу, “ширма артында” һәм йәнһүрәт геройҙарын таныуға йомаҡтар әйтешеү, кинофильмдарҙың музыкаһын белеү буйынса ярыштар бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле барҙы. Хәҙерге заман балалары өсөн таныш та, ят та, ҡыҙыҡлы ла булған, ҡасандыр ябай ауыл клубында ҡуйылған кино донъяһына арналған сара барыһына ла оҡшаны.

Саҡырылған ҡунаҡтарға иҫәнлек – һаулыҡ, күңел тыныслығы теләп, рәхмәт әйтеп иҫтәлеккә бүләк тапшырылды, балалар тәмле приз менән һыйланды.