logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Изгелектең юҡтыр сиктәре

Яҙмыш һәр кешене үҙенсә һанай. Кемдәргәлер ул сабый ғына сағынан ҡаты һынауҙарын ҡуя-бәләкәй саҡтан ата-әсә наҙынан мәхрүм итә. Кемдәрҙер үҙ балаһын да ҡарай алмай, яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйғанда, сит баланы алып, уға атай-әсәй наҙы, ғаилә тәрбиәһе бирергә йөрьәт итеүселәр ысынлап та оло хөрмәткә лайыҡ.Тәрбиәгә бала алам тип әйтеүе генә анһат бит ул, ә тормошта төрлө хәлдәр була.

Күптәрҙең үҙ балаһын ҡарарға сабырлыҡтары етмәй, ә бында икеләтә сабырлыҡ кәрәк. Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар социаль етемлек – йәмғиәтебеҙҙе борсоған проблемларҙың береһе. Ҡыуанысҡа, төрлө шарттарҙа тормош һынауына ҡалған балиғ булмаған балаларҙы үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләүселәр етәрлек. Һәр бала ғаилә бәхетенә ата-әсә наҙына лайыҡлы. Яңы ғаиләлә балалар хеҙмәт тәрбиәһенә генә өйрәнеп ҡалмай тырышып белем ала, ата-әсәле, туғанлыҡ хистәрен ҡәҙерләргә өйрәнә.

Ошо уңай менән 6 декабрь Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда опекундар, тәрбиәгә бала алғандар өсөн “Изгелектең юҡтыр сиктәре” исемле ҙур сара булып үтте. Байрамға 2, 3, 4, һәм унан да күберәк бала алып тәрбиәләгән оло йөрәкле гүзәл ханымдар саҡырылды.

Сара изге һүҙҙәр, моңло йырҙар,дәртле бейеүҙәр, күңелле уйындар менән үрелеп барҙы.Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәниә апай Арсланова изге теләктәрен әйтеп, мөнәжәт башҡарҙы. Ауыл старостаһы Урал ағай Торомтаев, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Зилиә Искужинаның моңло йырҙары, ветерандар ойошмаһы етәксеһе Хәкимә апай Кужахметованың матур шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Килгән ҡунаҡтарға Атингән ауыл хакимиәте башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Байрам мул табын артында бергәләшеп сәй эсеү менән тамамланды.