logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Әрмегә оҙатыу

3 декабрь көнө Байғусҡар мәҙәниәт йортонда “Аҡ юл һиңә, ил һаҡсыһы” – тип аталған кисә үткәрелде, армия сафына Марьясов Иҙел Васил улын оҙатырга буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе, туғандары, бергә укыған иптәштәре, дуҫтары йыйылды. Кисәне ауыл китапханасыһы Резеда Ҡолсонбаева – “Армияға китә егеттәр” – тип исемләнгән шиғыр менән башлап ебәрҙе, ауылдың ағинәһе Рима Әҙеһәм ҡыҙы Дәүләтбаева изге тупраҡ һалынған янсыҡ тапшырып,хәйерле юл теләне.

Төрлө уйындар менән матур йырҙар йырлап, һалдат тормошона әҙерлеген тикшереп, төймә тағыу, силғау урау, картуф әрсеү, тыуған өйгә хат яҙыу, гер күтәреү һәм башка уйындар уйнап, һалдаттың армия сафына әҙер икәнлегенә инандык. Кисә барыһына ла окшаны, аҙаҡ күңелле дискотека менән тамамланды.