logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Әсәйләр көнө

Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған ”Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен икән,мин бәләкәй һәм ярҙамһыҙ.” Алла әйткән: ”Мин һиңә, һине көтөп тороусы һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен”. Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: ”Һинең янда мин йырлайым һәм көләм бәхет өсөн миңә шул еткән”. Алла:” Һинең фәрештәң бары һинең өсөн йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың”. ”О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен”. – тигән бала. Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: ”Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ.” Унан һуң бала һораны: ”Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар”. ”Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, һине фәрештәң һаҡлар” – ти Алла. ”Һине күрмәгәс бик яманһыу булыр” ”Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр мин гел һинең янда булырмын”. Шул саҡ Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны ”Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!” Алла тыныс ҡына тауыш менән: ”Уның исеме ябай – ӘСӘЙ!” тине.

Концерт Ағинәйҙәр башҡарыуында “Иҫән йөрөгеҙ балам” йыры менән башланып китте. Артабан һүҙ мәктәп директоры Әлфирә Әсҡәт ҡыҙына бирелде. Башланғыс синыф уҡыусылары әсәйҙәр тураһында шиғырҙар һәм йырҙар йырланылар. Ҡыҙҙар башҡарыуында “Һыбайлылар” бейеүен тамашасылар бик яратып ҡаранылар. Беҙҙең әсәйҙәрҙә өҙҙөрөп баҫа, Милә Карабайеваның бейеүен ҙур алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Ә 8-се cиныф егеттәренең ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы бөтәһенеңдә күңеленә хуш килде. Файза Халилованың таҡмаҡтарына бөтә тамашасыларҙа бейергә төштөләр.