logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Районда беренсе мөнәжәтселәр бәйгеһе

Районда беренсе мөнәжәтселәр бәйгеһе

18 ноябрь көнө районда беренсе мөнәжәтселәр бәйгеһе үтте. Ул Гатаулла ишандын тыуған ауылы Вәлиттә ойошторолдо. Был сара Вәлит ауылынын брендлы сараһы ла булып тора. Бәйге матур байрам төҫө алып, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы ла һөйөндөрөп, күнелдә оҙаҡ һаҡланырлыҡ матур тьәҫир ҡалдырҙы.

Бәйгелә быға тиклем Сибай ҡалаһында үткәрелгән асыҡ төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйгеһендә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исеменә лайыҡ булған тәжрибәле  мөнәжәт һөйләүселәр менән бер рәттән, тәүләп сығыш яһаусылар ҙа күп булды.

Бәйгегә Аҡъяр, Садовый, Әбүбәкер, Яны Ергән, Буребай, Маҡан, Әбеш, Сиҙәм, Иҫәнгилде, Вәлит, Үрнәк ауылдарынан барлығы 17 ҡатнашыусы көс һынашты. Бәйгелә мөнәжәт һөйләүҙен өлгөләрен күрһәтеүселәр ҙә, өйрәнеүселәр ҙә күп булды. Жюри ағзалары кәнәшләшкән арала ла сәхнә буш торманы. Сәхнәнән бер өҙлөкһөҙ мөнәжәттәр, халыҡ йырҙары ағылып торҙо.

Беренсе мөнәжәтселәр бәйгеһенен енеүсеһе – Иҫәнгилде ауылынан Хәләфетдинова Сафия. Ул үҙе ижад иткән “Ҡылайыҡсы доғалар” исемле мөнәжәте менән сығыш яһап, барыһынын да күнелен яулап алды.

Беренсе урында – Аҡъяр ауылынан Ҡыҙрасова Тәнзилә. Ул район күләмендә ағинәйҙәр араһында үткәрелгән “Ағинәйҙен һүҙе – аҡылдын үҙе” бәйгеһе енеүсеһе лә. Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бәйге дипломанттары  һәм төрлө номинациялар буйынса енеүселәр булды. Бәйгенән һун мөнәжәткә ҡарата иғтибар һәм ихтирам үҫер, бәйге киләһе йылдарҙа даими үткәрелеп, ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыр тигән тулы ышаныс бар.