logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Өләсәйем һабаҡтары

Вәзәм ауылында 27 ноябрь Әсәләр көнөн матур итеп билдәләп үттек.Тамашасыларға “Өләсәйем һабаҡтары” тигән халыҡ әйтемдәре, нәсихәттәре, теләктәре аша балаларға тәрбиә бирерлек сара үткәрҙек. Йыр, бейеү, шиғыр, сәңгелдәк йыры яңғыраны.

Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән, байрамға килеүселәр үҙҙәре алып килгән күстәнәнстәр менән тәмле сәй янында йыр, бейеүҙәр менән байрам дауам итте.

25 ноябрь Республика күләмендә үткән туғыҙынсы шәл байрамында ҡатнашып уңышлы ғына сығыш яһап Хәйбулла шәлдәрен күрһәтеп, Махсус приздар алып ҡайттыҡ!