logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡаҙ өмәһе

Ауылдарҙа гөрләй ҡаҙ өмәһе. 29 октябрь Йәнтеш ауылында шаулап – гөрләп ҡаҙ өмәһе үткәрелде. Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе.

Бөгөн дә беҙҙең халыҡ араһында күпләп ҡаҙ үҫтергән ғаиләләр етерлек. Шуларҙың береһе Йәнтеш ауылында йәшәгән 8 бала әсәһе, ауылдың ағинәйе Ғәрифә инәй Байгускарова. Әлеге көндә ул кинйә ҡыҙы Рәзифә һәм кейәүе Малик Минлишевтар ғаиләһендә бергә йәшәй. Оло булыуына ҡарамаҫтан балаларына ҡош-ҡорт аҫырашырға ярҙам итә. Быйыл да улар 50 баш  “Линда” бәпкәһе алып үҫтергәндәр. Изге күңелле, уңған Гәрифә инәй ҡаҙҙарын бала кеүек иркәләп үҫтергән. Өмәгә уңған, етеҙ ҡатын – ҡыҙҙар саҡырған, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә.Өмә йыр, уйын, көлкө менән оҙатылып барҙы.