logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде

Шәфҡәтлелек айлығы уңайы менән Йәнтеш Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде” исемле сара үткәрҙе.  Оҙаҡ йылдар Мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙың хәлдәрен белеп, уларға ярҙам итеп, етеп килгән байрам менән ҡотлап бүләктәр тапшырҙыҡ.

Арсланова Фәниә апай Мәҙәниәт йортонда директор вазифаһында, ауылдаштарына күңелле ялдар, матур байрамдар, төрлө кисәләр, осрашыуҙар ойоштороп 36 йыл бер урында эшләп ялға сыға.

Әлеге көндә лә ул мәҙәниәт эшендә ҡайнап йәшәй, ағинәйҙәр клубы етәксеһе. Район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулай. Ә инде Байғусҡарова Ғәрифә инәйебеҙ оҙаҡ йылдар Мәҙәниәт йортонда йылытыусы булып эшләй. Инәй нисек итеп кәритә менән ташкүмер ташып яҡҡандарын хәтерләп алды. “Хәҙер бөтөнләй еңел, әйҙә рәхәтләнеп эшләгеҙҙә, эшләгеҙ” – ти ул йылмайып. Ғәрифә инәйгә оҙаҡламай 80 йәш тула. Шулай булыуға ҡарамаҫтан бик шәп инәй ул, ишек алды тулы гөл баҡса.

Искужина Фәрҙиә апайҙа 16 йыл Мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ә инде Фәрҙиә апайҙың ихатаһы тулы ҡаҙ – өйрәк. Рәхәтләнеп ҡош-корт аҫырай ул.

Моталова Мәҙинә апайҙа оҙаҡ йылдар китапханала эшләп хаҡлы ялға сыға. Ағинәйҙәр клубы ағзаһы, мәҙәниәт тормошондала әүҙем ҡатнашып йәшәй. Ишек алды тулы аллы-гөллө сәскәләр, күҙ яуын алып ултыра.

Ысынлап та кешегә әҙ генә булһала иғтибар итеү ,хәлдәрен белешеү улар өсөн ҙур ҡыуаныс.Беҙҙең барыуыбыҙға улар балалар шикелле ҡыуанып киттеләр. Хаҡлы ялдағы мәҙәниәт ветерандарына иҫәнлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.