logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ололар өсөн байрам

30 сентябрь Иҫәнгилде ауылында, йома намаҙынан һуң ололар мәктәпкә Ололар өсөн әҙерләнгән байрам сараһына йыйылды. Ауылдың ветерандар советы председателе Венера Өмөтбай ҡыҙы Сибәғәтуллина һәм аҡһаҡалыбыҙ Ринат ағай Антипов байрамды асып ебәрҙе.

Байрам табынына бағымсы – мәсет булды, ҡорбан ите, ҡымыҙҙан ауыҙ иттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе Ә. Айытбаева етәкселегендә бик матур өҫтәл әҙерләнде. Ололар йәш саҡтарын иҫләп, үҙ-ара аралашып, яңылыҡтар һәм шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бүлештеләр. Байрам һуңында рәхмәттәрен әйтеп,изге теләктәрен теләп таралыштылар.