logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡорбан байрам-изге байрам

Ғәлиәхмәт ауыл мәсетенә Ҡорбан байрамы айҡанлы халыҡ йыйылды. Байрамды башлап Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Б.И.Илбәков йыйылған халыҡты ҡотлап ихлас теләктәрен еткерҙе. Бер уңайҙан ауыл мәсетенә яңынан имам – хатиб итеп М.Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнде. Халыҡ өсөн тәрбиә сараһы булған вәғәздәр һөйләгәндән һуң ғәйет намаҙы уҡылды. Ауыл халҡы байрам сәйе эсеп, ихлас аралашып таралыштылар.