logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк

“Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк” – тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Андерсен. Әйе, борон – борондан уҡ сәскәләр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Күп кенә сәскәләр символик мәғәнәгә эйә. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда сәскәләр байрамы булып үтте. Иртә менән Мәҙәниәт йортона ҡулдарына матур – матур сәскә гөлләмәләре тотҡан ҡатын – ҡыҙҙар йыйыла башланы. Ысынлап та үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкинме һуң. Кемеһенең генә ишек алдарына күҙ һалма, аллы-гөллө сәскәләр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултыралар. Сәскә, гөлдәр үҫтереү өсөндә күп көс, тырышлыҡ кәрәк.

Атингән ауылы хакимиәте башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡотлап иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр-береһе үҙ гөлләмәләренә исем ҡушҡан.

Назарова Гөлнара “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Тыныслыҡ” исемле ике гөллөмә алып килгән. Ахметова Венера апай “Көҙгө матурлыҡ”, Арсланова Гөлдәр “Минең ғаиләм”, Арсланова Фәниә апай “Күңелем биҙәктәре”, Моталова Мәҙинә апай “Ғүмер көҙө”, Моталова Зөлфиә апай “Һөйөү гөлдәре” Искужина Зилиә “Көҙгө мөғжизә” исемле гөлләмәләре үҙенсәлекле булды.

Байрамда ҡатнашыусылар сәскәләргә арнап йыр йырланылар. Сәскәләр тураһында йомаҡтар систеләр. “Сәскәне эҙләп тап” уйынында әүҙем ҡатнаштылар. Байрам бик күңелле, үҙенсәлекле үтте. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ауыл хакимиәте әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Матурлыҡ бүләк итеүселәргә, тормошобоҙҙо сәскә -гөлдәргә күмеүселәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә.