logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Дисконочь

28 август Иләс мәҙәниәт йортонда Дисконочь үткәрелде. 15 йәштән 35 йәшкә тиклем бик күп халыҡ йыйылды. Кисәне асып культура ойоштороусыһы Шәрипова З.С. бөтә Башҡортостанда Дисконочь үткәрелеүе тураһында әйтеп,килеүселәргә күңелле ял теләне. Кисә Роман Жуковтың “Дисконочь” һәм Артур Туҡтағоловтың “Дискотека” йыры аҫтында бейеү менән башланып китте. Кисә барышында “Паровоз”, “Сынйыр”, “Музыкаль таяҡ”, “Музыкаль ултырғыс”, “Бейеү марафоны” кеүек төрлө уйындар ойошторолдо. Дискотекаға ҡыҙҙарҙың «PSY Daddy» заманса бейеүе, йәштәрҙең флешмобы, Крымғужин Ильвирҙың йырлап бейетеүе айырыуса йәм, дәрт өҫтәне. Шар шартлатып эсендәге донъя халыҡтары бейеүҙәре яҙылған ҡағыҙ буйынса бейеүҙәр башҡарыу бик матур килеп сыҡты. Рәхмәтов Нияз һеңлеһе Гөлдәриә менән Һинд бейеүе башҡарыуы, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың лезгинкаһы барыһына ла оҡшаны. Артабан Аҡ бейеү (Белый танец) иғлан ителгәс, ҡатын-ҡыҙҙар ир егеттәрҙе вальсҡа саҡырҙы. Ритайым өлөшөндә бейеүселәр “гармунсы” менән, үҙ-ара ярышып бейенеләр. Был ярышта Юлдашбаев Бәхтиәр, Мөхәмәтйәнов Рафиҡ,Крымғужина Розалия, Рәхмәтова Гөлдәриә еңеп сыҡты. Дисконочь барыһына ла оҡшаны. Йәше, ҡарты рәхәтләнеп бейене, күңел асты.