logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Аяу байрамы – йәйге Нардуған

Аяу байрамы-йәйге Нардуған

Йәйге Нардуған үҙенең аяулығы менән айырыла. Был көндәрҙә (июньдәниюльгә тиклем) тәбиғәтте аяғандар. Ау аулау, мал салыу, ағас киҫеү, бесән сабыу кеүек эштәр тыйылған. Ошо ваҡытта шифалы үләндәр, сәскәләр йыйырға була. Сәскәләрҙең күп, матур итеп атҡан мәле.

Йәйҙең матур июль айында аяу байрамын үткәрҙек. Байрамға Уфимка ҡасабаһынын ағинәйҙәре, Мырҙа ауылынын оҫта бикәләре килделәр. Ҡунаҡтарҙы Первомайский ағинәйҙәр такмак һәм сәк – сәк менән ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар килер алдынан ике ҡаҙан аҫтыҡ, аш бешерергә. Һәр кем тотоп килгән ризык менән бер ҙур табын ҡорҙоҡ. Берәүҙәр ҡуҙғалаҡтан, икенсеһе кесерткәндән, картуфтан бәлештәр бешереп килгәндәр ине. Буш килгән кеше булмағандыр. Пенсионер Кусяпов Ахун олатай үҙенән оло йәштәге инәйҙәрҙе машинаһы менән ташыны. Уға ҙур-ҙур рәхмәттәрен белдереп, бергәләшеп ҡыуанышып байрам иттеләр.

Байрам барышында йомаҡтар сисеү, төрлө уйындар уйнатылды. Ҡунаҡтар башҡарыуын да матур йырҙар яңғыраны. Уфимка ағинәйҙәре Йомабай Исянбаевҡа арнап йырлаған таҡмаҡтарын, Мырҙа ауылынан Кинйәбаева Фәтхиә апайҙын йырын ихлас күңелдән ҡаршы алдылар. Бөтәһелә байрамда ҡатнашып дәрт, көс йыйып, күңелле күтәренке кәйеф менән таралыштылар.