logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Беҙ эскелеккә ҡаршы

Байғусҡар мәҙәниәт йортонда эскелеккә ҡаршы түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһе хаҡимиәте башлығы Салауат Факил улы Байсурин, район ветерандар советы рәйесе Роза Рәхимйән кыҙы Аллағолова, ауыл ветерандар советы рәйесе Хәкимйән Нафиҡ улы, акһаҡалдар ойошмаһы етәксеһе Вәкил Игебаев, ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ҡатнашты. Алкоголь эсемлеккә ҡаршы профилактик эш алып барылды, һәр ун өйгә яуаплы етәкселәр һайланды. “Хәмер һатыусыларға ҡаты талаптар ҡуйырға кәрәк” – тине, ваҡытлыса ағинәйҙәр етәксеһе итеп һайланған Резеда Ҡолсонбаева.