logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Япраҡ бәйләү йолаһы

Япраҡ бәйләү йолаһы

Борон-борондан күп кенә халыҡтар мунса ингәндә, (беҙҙеңсә миңлек, ҡайһы бер урында миндек тиҙәр) япраҡ ҡулланғандар. Йәшәгән урынына ҡарап миңлекте төрлө ағас япрағынан яһағандар. Ылыҫлы урманда ылыҫ ағасы япраҡтары ҡулланыла, ылыҫтың эфир майҙары тәнгә шифаһын бирә. Беҙҙең яҡта төрлө ағас, ҡыуаҡ (тирәк, ҡайын, муйыл, алмағас, сейә) япраҡтарын миңлек итеп ҡулланалар. Япраҡ әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Май аҙағы, июнь башында ҡырҡылған япраҡ бөтә ауырыуҙарға ла шифа, сөнки был ваҡытта тәбиғәт яңы уяна, ағастарҙың көсө күп, япраҡтар йәш була.
Шулай итеп йәй айының беренсе яртыһында Вәлит ауылы ағинәйҙәре менән йәш быуын һәм балалар, тәбиғәт ҡосағына япраҡ бәйләргә сыҡтылар. «Ағаслыҡҡа килгәс тә, унан башта фатиха һорарға кәрәк. Ағастарҙы рәнйетмәй, тәләфләмәй генә ҡырҡырға кәрәк» – тип аңлатты ағинәйҙәр. «Фатиха» сүрәһе уҡылғас башланып китте эш. Ир-егеттәр менән ҡыҙҙар япраҡ әҙерләне, араһына ҡушып бәйләрга яландан төрлө-төрлө дарыу үләндәре, сәскәләр йыйып алып килделәр. Ағинәйҙәр йәш быуынға миңлек бәйләү оҫталығын курһәттеләр.
Яҡындағы ағаслыҡтан
Япраҡ ҡырҡып килтерҙем,
Шул япраҡтан ҡышҡылыҡҡа
Миңлек бәйләп киптерҙем.
Йылдың дүрт миҙгеле лә
Имен-аман үтеп торһон,
Һәр-бер кеше шул миҙгелде
Шатланып көтөп торһон,
тип һамаҡлай-һамаҡлай башҡарылды был эш. Эштән һуң күмәкләп сәй табынына йыйылып, йырлашып, гөрләшеп таралыштылар.