logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡарға бутҡаһы

Ҡарға бутҡаһы.

Ҡарға бутҡаһы-халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешерем-төшөрөм,бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үткемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булғандай әбейҙәрҙе һайлайҙар.

Быйыл Первомайский ауылында ҡарға бутҡаһын Араптал битләүендә үткәрҙек. Алдан һайланған алсыбар инәйҙәр килгәстә ҡаҙан аҫып бутҡа бешерә башлайҙар.Байрам башланыр алдынан юлбарсы инәйҙе һайлайҙар. Уның әйткәндәрен һәр кем тыңлай. Юлбарсы инәй бөтәһен дә байрам менән ҡотлай. Байрамға күрше ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары саҡырылды.

Ҡунаҡтарҙы бейеп,уйнап,йырлап ҡаршы алдыҡ. Килеп ултырышып, ашап, сәй эскәс, уйындар ойошторолды. Бер урында Кумер йөҙөк, икенсе урында Йәшерем яулыҡ һ.б.уйындар уйнаныҡ. Күп тә тормай, бутҡа бешкәнен белдереп, аш оҫтаһы Идрисова Йәмғиә апай табынға саҡыра. Өйкөм-өйкөм булып бер нисә табын ҡорола. Һәр табында – бер табаҡ бутҡа. Аш янында әбейҙәр үҙҙәренең йәш ваҡыттарын иҫкә алалар, ҡыҙҙарға аҡыл өйрәтәләр, кәңәш бирәләр.

Ашап туйғас, ҡалған бутҡаны ҡарғаларға һалалар. -Ҡалған бутҡаны ҡарғалар ашаһын, ҡарғалар туйһын, иген уңһын, – тип бутҡаны ағас төптәренә, таштарға һалып сыҡтыҡ.

Һуңынан ағинәйҙәр ҡыҙҙар менән таҡмаҡ әйтештеләр. Таҡмаҡ сисеүҙә Аюпова Роза һәм Кинйәбаева Минзәлә апайҙарға етеусе булманы. Ҡарға бутҡаһында ямғыр теләү үҙе бер йола. Ҡыҙҙар ярышып теләк теләнеләр.

Ямғыр яу, яу,

Һимеҙ һарыҡ һуйырмын,

Һимеҙ ерен ҡуйырмын,

Ямғыр яу,яу!

Йыйын таралыр алдынан Ниғәмәтова Минниса инәй һәм Исхакова Әсмә инәй изге теләктәрен теләп, аят уҡып таралыштылар.