logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ғүмер буйы осоп етмәҫ, йондоҙмо һин Мөхәббәт

Ғүмер буйы осоп етмәҫ, йондоҙмо һин Мөхәббәт

Аллһы Тәғәлә әҙәмдәрҙең йәндәрен донъяға яратҡанда, ер йөҙөнә ебәргән. Был ҡуш йәндәр ир менән ҡатын затынан була. Йәндәр был донъяла бер-береһен эҙләп табып, ғаилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Хәҙер инде ер йөҙөндә көслө тойғоно татыған, аҡылынан шашып яратҡан кешеләрҙең мөхәббәт тарихтары китаптарға яҙылған Ләйлә менән Мәжнүн, Таһир менән Зөһрә, Йософ һәм Зөләйхалар һөйөүенең көсөн кемдәр генә татыйһы килмәй икән дә, кемдәр генә аҡҡоштарҙың тоғролоғона көнләшмәй икән. Мөхәббәт. Бер уйлаһаң ябай ғына бер һүҙ. Мөхәббәт хисе һәр кемгә лә таныш, һәм күңеленә яҡын. Тик уның килеү ваҡыты төрлөсә, кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң. Мөхәбәтле йөрәктәрҙә йырҙар тыуа, шиғырҙар ижад ителә.

14 февраль Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда ғашиҡтар көнөнә арналған ,,Ғүмер буйы осоп етмәҫ, йондоҙмо һин Мөхәббәт,, исемле матур кисә булып үтте. Кисәгә төрлө йәштәрҙәге парҙар саҡырылды.

Байрам Азат Искужин башҡарыуында моңло ,,Парлылар йыры,, менән башланып китте. Азаттың үҙе ижад иткән яңы йыры барыһының да күңеленә хуш килде. Дәртле көй аҫтында саҡырылған ҡунаҡтар сәхнәгә саҡырылда. Кисә ҡыҙыҡлы уйындар, мөхәббәт йырҙары, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Парҙар шиғырҙар ижад иттеләр, сихри май шәм яҡтыһында бер – береһенә яратыу һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ғәлим Ултраков, Азат Искужиндың моңло йырҙары кисәгә тик йәм генә өҫтәне.

Кисәлә ҡатнашҡан ғаилә парҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрамда ҡатнашҡан иң өлкән парҙар, 30 йыл бергә ғүмер иткән Гөлнур апай һәм Нурислам ағай йәштәргә үҙ теләктәрен еткерҙеләр ,,Бер – берегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ,, тине улар. Байрам бергәләшеп тәмле сәй эсеү менән тамамланды.