logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Онотолмаҫ ул йылдар

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр генә түгел, тыл ветерандарының да көндән – көн сафтары һирәгәйә бара.

Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Еңеүҙең 71- йыллығына ҡарата “Онотолмаҫ ул йылдар” исемле тыл ветера осрашыу, хәтер кисәһе булып үтте. Кисәгә бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән тыл хеҙмәтсәндәре һәм яу яланында баштарын һалған яугирҙәрҙең балалары саҡырылды.

Ҡунаҡтар өсөн мул өҫтәл табыны әҙерләнде. Кисәне асып Лена Фуат ҡыҙы, инәй -олатайҙаға иҫәнлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләне һәм Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау открыткаларын тапшырҙы.

Шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәрен ветерандар ойошмаһы етәксеһе Хәкимә апай Кужахметова Еңеү көнө менән ҡотлап үтте, һәм байрамға арналған шиғырҙар һөйләне. Алина Искужина башҡарыуында “Зөлфиә” бейеүен тыл ветерандары яратып ҡаранылар. Шулай уҡ ағинәйҙәр, “Әхирәттәр” клубы ҡатын-ҡыҙҙары башҡарыуында матур йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан тыл ветерандары ла дәртләнеп бейергә төшөп киттеләр. Улар Еңеү өсөн үҙҙәрен аямай эшләгән, аслыҡтан, яланғаслыҡтан интекһәләрҙә бөтәһе лә фронт өсөн тип тырышҡандар. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған ололарҙың хәтирәләрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. “Башҡаса бер ваҡытта ла бындай һуғыш булмаһын, балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен” -тине улар.

Йылдар үтә, һуғыштың утлы көндәре һаман да йөрәктәрҙә йәшәй.Бөйөк Еңеүҙең хаҡы, ысынлап та бер ваҡытта ла онотолмаһын ине.