logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Баш итен ашатыу йолаһы

Баш итен ашатыу йолаһы

Байрам үткәрелгән урын матур итеп биҙәлгән. Стенала аш-һыуға, малға ҡарата матур теләктәр яҙып эленгән: “Өй күрке – аш, әҙәм күрке – баш”, “Башты баш иткән – аш”, “Бәхетленең ҡунағы бергә”. Өйҙөң түр яғында ҡунаҡтар өсөн өҫтәлдәр әҙерләнгән, Ағинәйҙәр Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан килгән ағинәйҙәрҙе таҡмаҡмаҡтар менән ишек төбөндә ҡаршы алды.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, өйгә рәхим итегеҙ! Ҡунаҡтар ҡулдарын йыуып өҫтәл артына ултыралар. Өй хужабикәһе, ағинәйҙәрҙең етәксеһе Гөлкәй Вәкил ҡыҙы һүҙен дауам итә – “Хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар. Беҙҙең халыҡ борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мал аҫырап йәшәгән халҡыбыҙҙа ит бешереп ҡунаҡ саҡырыу йолаһы киң таралған. Һуғым ашына саҡырыу йолаһы әле лә һаҡланып килә. Ә яҙға табан үткәрелгән баш итен бешереп саҡырыу йолаһы һуңғы ваҡытта онотолоп барған кеүек. Бөгөнгө табынға килгән ҡунаҡтарға беҙ ошо онотолоп барған йоланы күрһәтергә теләйбеҙ”.
Боронғо ышаныуҙар нигеҙендә, “Йәшәү көсө – йән, башта һаҡлана” тигән ҡараш йәшәгән, шунлыҡтан малдың йәнен иреккә сығарыу өсөн баштың аҫҡы яңаҡ һөйәген айырып алғандар. Оҙон ҡыш үтеү менән, малды ҡырға сығарыр алдынан, баш итен бешереп, күршеләрен, туғандарын саҡырғандар. Был йола изгеләрҙән һаналған, сөнки ҡунаҡҡа килгән туғандар, ут күршеләр менән мәрхүм туғандарҙы иҫкә алғандар, ырыу-заттың именлеген ҡарап, яҡты киләсәк теләп, әруахтарға мөрәжәғәт иткәндәр. Баш итенән ауыҙ итер алдынан барлыҡ әруахтарға, мәрхүм туғандарға аят бағышлағандар. Аят һуңынан хәйер таратыла.
Өҫтәлгә баш итен сығарып ҡуйғас, ауылдың хөрмәтле ир кешеһе, ветерандар советы рәйесе Камил ағай, баш итен ҡунаҡтарға өлөшләп таратты (баш ите, теле тигеҙ итеп таратылған). Өҫтәл артында матур теләктәр әйтелә:
1. Баш һөйәге башлауға,туларһығы – ташлауға,
2. Һум ите – ашауға, һөйәк алһаң – кимерергә,
3. Елек тапһаң – һурырға, кимерсәге сәйнәргә,
4. Һүҙең башла олонан, кесенең тот ҡулынан.
5. Олоға юл бирерһең, кесегә ҡул бирерһең.
6. Ырыулы ил ырыҫлы. Ырыулы ил – уҙғаны, ырыуһыҙ ил – туҙғаны.
Ҡунаҡтарға баш ите һурпаһында бешерелгән бишбармаҡ бирелә. Бишбармаҡ ашап бөтөр алдынан хужа кеше ҡалаҡ менән ҡунаҡтарға бишбармаҡ һоғондороп сыға. “Аш ашҡа, урыны башҡа” тип борондан ҡалған йола бишбармаҡты һоғондороуҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Аш һауыттары йыйып алынғас, ҡоротлап һурпа бирелә. “Ит – иткә, һурпа – биткә” тиеп, бер-береһенә һаулыҡ теләп һурпа эсәләр. Һурпа эсеп бөткәс, хужаларға теләктәр теләйҙәр:
– “Тояҡлы малығыҙ ишле булһын”,
– “Күк үләнгә имен аяҡ баҫыуы, малдар теүәл генә йөрөһөн”,
– “Бер баш мал урынына, ике баш мал тыуһын”,
– “Малың ишле булһын, ҡото китмәһен”,
– “Алдағы йылға тиклем теүәл булайыҡ”.

Өҫтәлдән аш һауыттары йыйып алынғас, ашҡа хуш ителә. Сәй эсер алдынан бер-нисә концерт номеры күрһәтергә лә өлгөрҙөләр. “Табынды тәмле аштан бигерәк, тәмле һүҙ биҙәй” ти халыҡ әйтеме. Борон-борондан, беҙҙең ата-бабалар ҡунаҡҡа йыйылған урында йыр-бейеүгә, тапҡыр һүҙгә, сәсәндәрҙең сығыштарына ла ҙур иғтибар биргән. Бөгөнгө беҙҙең табында ла сәсән һүҙле, моңло тауышлы ҡәрҙәштәребеҙ бар.

Һәр табындың үҙ йыры бар, ул йырҙы беҙгә Таңһылыу апай йырлап ишеттерҙе.
Беҙҙең арала балаларҙың булыуы бигерәк тә ҡыуандырҙы, улар ҙа тик ултырманылар, бик матур итеп “Беҙ, беҙ, беҙ инек” уйынын уйнап күрһәттеләр. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеп, бейеп тә алдылар. Килгән ҡунаҡтарға ҡулдан эшләнгән бүләктәр тапшырҙылар. Яманһаҙ ауылы хаҡимиәте башлығы ислам Айрат улының, Һамар ауыл биләмәһе эштәр менән идара итеүсеһе Дилара Хөсәйен ҡыҙының, шулай уҡ Район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙының сығыштары байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Сәй эскәндән һуң килгән ҡунаҡтар күстәнәстәр, бүләктәр алып таралышты.