logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тормош гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙан

Тормош гүзәллеге – ҡатын – ҡыҙҙан

8 март байрамына ҡарата Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдың ир–егеттәре “Тормош гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙан” тип исемләнгән концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Халыҡ менән шығырым тулы тамаша залында аяғүрә баҫып тороусылар ҙа бар. Ҡатын–ҡыҙҙарҙы ихтирам итеп, байрам концерты әҙерләүсе йәштәр менән бер рәттән өлкәндәр ҙә булыуы байрамды сағыуыраҡ итте.

Ҡужағильдин Ғиззәт, Ултраҡов Сәмерхан ағайҙарҙың ҡотлау йырҙары, Юламанов Рәфҡәттең, Бикбов Рафиҡ ағайҙың, Юламанов Байназарҙың өҙҙөрә баҫыуҙары, парлы “Йәшлек” бейеүе, ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре ихлас алҡыштарға күмелде.

Был көндә тәүләп сәхнәгә аяҡ баҫыусылар ҙа бар. Тулыбаев Ғәлим, Бикбов Баязит, Бикбов Сәлим, Илбәков Буранбай, Аҡъюлов Уралдың йырҙарын тамашасы яратып ҡабул итте. Атанов Фәнистең моңло ҡурай моңдарын, Байғусҡарова Айгүзәлдең матур бейеүҙәрен алҡыштар менән оҙаттылар. Һәр кем байрамда ял итеп, ихлас рәхмәттәрен әйтеп, бергәләп бейешеп тә алдылар.