logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Пар ҡанаттар” конкурсы

“Пар ҡанаттар” конкурсы

26 февраль Йәнтеш Мәҙәниәт йәнә лә үҙенең йыр-моң һөйөүселәрен, тамашасыларын йыйҙы. Яңы ғына шаулап – гөрләп «Гәлсәр һандуғас», «Һаҡмар моңдары» конкурстары булып үткәйне, әле иһә ғаилә парҙары аренда «Пар ҡанаттар» исемле йыр-моң бәйгеһе үҙенең яңы таланттарын асты. «Пар ҡанаттар» Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда 4-се тапҡыр үткәрелде.

Был донъяла минең өсөн,

Ифрат та аҙ кәрәк,

Моңға тилмергән сағымда,

Күңел ҡошон һайратырлыҡ,

Илаһи бер саз кәрәк.

Парлашып һайрашырға,

Йәнем миңә, һин кәрәк. – тигән матур шиғыр юлдары менән асылып китте «Пар ҡанаттар» йыр-моң кисәһе. Барлыҡ килгән ҡунаҡтарға, тамашасыларға, бәйгелә ҡатнашыусылырға Миңзифа Ишемғолова һәм Шафиҡ Ҡарабаев үҙҙәренең моңло йырын бүләк иттеләр.

Бәйге талаптары буйынса ҡатнашыусылар ике турҙа сығыш яһанылар. Тәүгеһе кино йырҙары булһа, икенсеһе – үҙҙәре һайлаған йырҙарҙы башҡарҙылар. Бәйгелә ҡатнашыусы парҙар һәр-береһе бик үҙенсәлекле сығыш яһанылар. Ә инде уларҙың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмеп дәртләндереп ултырҙылар.

Шулай итеп 3-сө урынды Зимфира һәм Дамир Исмағиловтар, Раушания Такалова һәм Анатолий Панченко, 2-се урын Сәлиә һәм Раил Ҡоломбәтовтар, Юнира һәм Айҙар Юнысовтар бирелде. 1- урынды Вәсилә һәм Дияр Барлыбаевтар яуланы. Гран-при Аҡъяр ауылынан Ғәлиә һәм Йәмил Зәйнәғәбдиновтарға бирелде. Ә инде 2014 йылда Гран – при яулаған Венера һәм Мөхәмәдйән Айсаутовтартарға бәйгенең махсус буләге тапшырылды.

«Пар ҡанаттар» йыр-моң бәйгеһе бик күңелле үтте. Шулай уҡ тамашасылар һәм бәйгелә катнашыусылар араһында ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. Ә беҙ, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бәйгенең төп бағымсыһы Ҡужина Гөлназ Әхмәдйән ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.