logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йома – изге көн

Йома – изге көн

Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре кесе йәштәге мәктәп уҡыусыларын “йома сәйе”нә саҡырҙы. 1 – 4 класта уҡыусы 25 бала йома көнө, уның мосолмандар өсөн изге көн икәнлеге, иман – әҙәп ҡағиҙәләре тураһында күпте белделәр.

Йома мәжлесен башлап ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе – дин юлында булыусы Миңниса апай Ҡыҙрасова доға уҡығас, хәйер таратылды. Ул балаларға, бында килеүселәргә үҙенең изге теләктәрен еткерҙе, һауап һәм гонаһ нимә булыуын төшөндөрөп һөйләне.

Ағинәйҙәр һәр береһе йома көнөнә нисек әҙерләнергә, сәләмәт тән – паҡлыҡ, ғәҙеллек, атай – әсәйеңә, бер –береңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы боронғоларҙан ҡалған матур ғөрөф – ғәҙәттәргә нигеҙләнеп аңлаттылар. Шуныһы ҡыуаныслы, кескәйҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, әңгәмәгә ҡушылдылар.

Вәлимә Кужина һәм Рәшиҙә Миңлешева апайҙарҙың әйткән мөнәжәттәрен ихлас тыңланылар. Ағинәйҙәр башҡарған “Йома сәйе” бейеүен алҡышлап ҡабул иттеләр. Мәжлес аҙағында инәйҙәр бешергән тәмлекәстәр менән сәй эскәс рәхмәт әйтеп, балалар ҡыуанышып таралыштылар.