logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Эй, күңелле һырғалаҡ …

Эй, күңелле һырғалаҡ …

Эй, күңелле һырғалаҡ
Онотола бары ла,
Шыуһын сана шәберәк
Текә булһын тау ғына …

Ҡыш осоронда Быҙаулыҡ ауылында бер нисә урамда өмәләр ойоштороп, балалар өсөн тауҙар яһалды. Ә Салауат Юлаев урамында үҫмер малайҙар: Давлеткулов Арслан, Балапанов Даян, Ильбактин Салауат, Иванов Дим һәм башҡалар тауҙы үҙ көстәре менән эшләнеләр. Ҡышҡы каникул ваҡытында, көндәр һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, балалар рәхәтләнеп тауҙа сана шыуҙылар. Ауыл урамдары балалар тауышынан сыр-сыу килеп яңғырап торҙо.